Все новости
Юбилейҙар
21 Ноября 2021, 11:03

“Балдан, майҙан тормай...”

Бергә татыу ғүмер иткән ғаилә парҙары араһында көмөш, алтын туйҙар йыш булһа ла, 60 йыл бергә йәшәүселәр бик һирәк. Мәмбәтҡол ауылында ла 60 йыл бергә ғүмер иткән матур ғаилә йәшәй – Мәрйәм һәм Нурфәиз Зиянбаевтар улар.

“Балдан, майҙан тормай...”
“Балдан, майҙан тормай...”

 - Бергә ғүмер итеп ҡартайыуға ни етә! Бына быйыл бергә йәшәүебеҙгә 60 йыл да тулып уҙҙы, - ти улар.
Нурфәиз бабай – ошо ауылдан, ә Мәрйәм инәй Мәләүез районы Томансы ауылында тыуып үҫкән. Өйләнешкәс, икеһе лә йәш һәм ғәйрәтле саҡтарында тырышып эшләгәндәр, үҙ ҡулдары менән өс йорт һалып кереп, һоҡланырлыҡ донъя көтә улар.
- Килен булып төшкәнемә 60 йыл үтеп тә киткән. Ауыл тормошо балдан, майҙан тормай, ниндәй генә эш эшләмәнек: бесән дә саптыҡ, хатта 3-өшәр гектарлап сөгөлдөр ҙә утаныҡ. 

- “Юшатыр” гәзитен яратып алдырабыҙ. Ундағы һәр мәҡәләне лә ҡыҙыҡһынып уҡып сығабыҙ. Редакция хеҙмәткәрҙәренә уҡымлы гәзит сығарғандары өсөн рәхмәт һәм уңыштар.

Материал гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: