Все новости
Юбилейҙар
21 Ноября 2021, 11:01

Һеҙгә яҙмыш бүләк иткән бергә-бергә ғүмер итергә

Хөрмәтле Нурфәиз Шәмсутдин улы һәм Мәрйәм Исхаҡ ҡыҙы ЗИЯНБАЕВтар ғүмерҙәренең күркәм байрамын билдәләй.

Һеҙгә яҙмыш бүләк иткән бергә-бергә ғүмер итергә
Һеҙгә яҙмыш бүләк иткән бергә-бергә ғүмер итергә

Уларҙың ғаилә ҡороп, иңгә-иң терәшеп, бәхетле йәшәүҙәренә – 60 йыл тулды, шул айҡанлы уларҙы ошо матур байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Матур парға, ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, балаларының, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын, һөйөүен күреп, бәрәкәтле, имен тормошта бәхетле оҙон ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ!
Алдағы тормошоғоҙ ҙа яҡты, аяҙ көндәрҙән, шатлыҡтарҙан ғына торһон. Алла бирһә, киләсәктә лә иңгә-иң терәшеп, бәхетле тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һеҙгә. Йәш ғаиләләр өсөн үрнәк һеҙ.
Һеҙгә яҙмыш бүләк иткән
Бергә-бергә ғүмер итергә,
Һикәлтәле тормош һуҡмаҡтарын
Етәкләшеп бергә үтергә.
Ҡотлау менән Ленин ауыл биләмәһе хакимиәте.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: