Все новости
Юбилейҙар
21 Ноября 2021, 11:23

Сәләмәтлек һеҙҙе ташламаһын

Хөрмәтле Вәлетдин Кәлимулла улы һәм Сафура Ғәзиз ҡыҙы МӘМБӘТҠОЛОВтарҙы бергә матур донъя көтөүҙәренә - 60 йыл тулыу айҡанлы ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ! 

Сәләмәтлек һеҙҙе ташламаһын
Сәләмәтлек һеҙҙе ташламаһын

Ауылыбыҙҙың өлгөлө пары булып, иңгә-иң терәшеп матур ғүмер кисергән ғаиләгә киләсәктә лә туғандарығыҙҙың, дуҫтарығыҙҙың, ихтирам-иғтибарын тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүҙәрен теләйбеҙ! Барлыҡ эшләгән яҡшылыҡ һәм изгелектәрегеҙ сауап булып ҡайтһын, ауырымай-һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ!
Киләсәк көндәрегеҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, тағы оҙон-оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисерегеҙ. Хоҙай үҙегеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Сәләмәтлек һеҙҙе ташламаһын,
Аяҡ-ҡулдарығыҙ булһын һыҙлауһыҙ.
Балаларығыҙ, туғандарығыҙ менән
Оҙаҡ йәшәгеҙ һис бер ҡайғыһыҙ!
Ҡотлау менән Ленин ауыл биләмәһе хакимиәте. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: