Все новости
Юбилейҙар
23 Ноября 2021, 09:21

Кинйәгә аҡса кәрәк

2023 йылға тиклем күп ваҡыт ҡалманы, ғүмер бик тиҙ үтә, күҙ асып йомған арала килер ҙә етер был йыл. Кинйә Арыҫлановтың юбилейы йылы ул. Республика башлығы ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы. 

Кинйәгә аҡса кәрәк
Кинйәгә аҡса кәрәк
Быны күргән байтаҡ кеше, ҡыуанып, ҡулдарын ыуҙы - былай булғас, аҡсаны күберәк һорарға була. Юбилейҙы аҡсаһыҙ үткәреп булмай, Кинйәабыҙға  аҡса кәрәк. Әле урамдарына асфальт түшәлде, ауылға тиклем килгән оло юлға ла асфальт булмаҫмы тигән өмөт тә бар ине. Әллә....
Музейға ремонт кәрәк, әле был эшкә смета-проект документтары әҙерләнә, музейға капиталь ремонтҡа һәммәһе 30 миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ. Зыяратты ла кәртәләргә кәрәк, ППМИ-ға ышана ауыл халҡы, зыярат эшенә 1 миллион һумға яҡын аҡса талап ителә. 
К. Арыҫлановтың ҙур юбилейын тейешле кимәлдә үткәрербеҙ тип ышанабыҙ, аҡса бирһәләр, ҡалғаны ла булыр.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: