Юбилейҙар
7 Декабря 2021, 04:18

Йөҙйәшәр мәктәп

Анастасия Әмәкәсова:  - Үҙемде хәтерләгәндән бирле, гел татыу йәшәнек тип ныҡлы әйтә алам, егет-ҡыҙҙарыбыҙ бер-береһе менән өйләнешеп, матур ғаиләләр ҡора. Шуныһы ғына ҡыҙыҡлы, бына ауылдың уртаһы, башҡорттар теге яҡҡа, сыуаштар был яҡҡа төпләнә, урындарын алмаштырып өй һалғандары, күсенгәндәре юҡ. Ике төрлө ауыл кеүек йәшәйҙәр, ә бер-береһе менән шул тиклем дуҫ-татыуҙар, бер-береһенең йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итәләр, хатта үҙләштерәләр...  - Беҙҙең ошо бәләкәй генә мәктәбебеҙ күпме билдәле шәхестәр үҫтерҙе, Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист-публицист, тәржемәсе - Тамар Ғәниева, журналист, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре - Ғәлим Хисамов, 1-се, 2-се Дан ордены кавалеры Тамара Николаева, шулай уҡ Юлай Әмәкәсов, Светлана Тураеваларҙы ла белмәгәндәр һирәктер, улар ҙа беҙҙең мәктәп уҡыусылары. Мәктәбебеҙҙең тарихы ҙур, уның нисәнсе йылда эшләй башлауы тураһында аныҡ ҡына әйтеп тә булмай. 1866 йылдарҙа мәсеттә уҡытыу мәктәбе асыла, унда Уңғар ауылының башҡорт балалары уҡый, ә Павловка балалары 1875 йылда Николаевтарҙың өйөндә булдырылған миссионер мәктәбендә уҡый башлай.

Йөҙйәшәр мәктәпЙөҙйәшәр мәктәп
Йөҙйәшәр мәктәп

Юлай ӘМӘКӘСОВ, Башҡортостан республикаһының фән һәм мәғариф алдынғы:
- Павловка мәктәбенә бәйле йылы хәтирәләр күңелемдә бик күп. Мин үҙем уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫтем. Атай-әсәйем ошо Павловка мәктәбендә уҡыттылар. Әсәйем - Гөлсирә Мифтәхетдин ҡыҙы, биология, география фәндәрен алып барҙы.

Беҙҙең ауыл мәктәбендә шул тиклем шәп мәктәп баҡсаһы булды, унда ниндәй генә сорт йәшелсә, емеш-еләк үҫтермәнеләр. Был баҡсаны әнейебеҙ һәм Григорий Константинович Борисов бергә үҫтерҙеләр. Ошо баҡса ул заманда ауылдың йөҙө, йәме булып торҙо.

Павловка мәктәбенең юбилейына бәйле материал бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас