- Быға тиклем күпселегендә физик яҡтан да, аҡыл яғынан да көслө, рухлы булған һәләтле балалар менән эшләргә тура килде. Миңә был эште тәҡдим иткәндә Өфөләге лицейға һәм коррекцион мәктәпкә директор булып барырға ике вариант бар ине. Был яңылыҡты әллә ҡайҙан районыбыҙҙағы бер етәксе ишетеп ҡалған да, министрлыҡҡа шылтыратып, минең яҙмышыма үҙ төҙәтмәһен индерҙе - уны эшкә алмағыҙ тигән. Юғарыла ултырғандар, миңә район етәкселегенә ҡаршы бара алмағандарын аңлаттылар. Шул саҡта миңә үҙ халҡыбыҙ тип янып йәшәгән Зиннур Исхаҡов ағайыбыҙ ярҙам итеп ебәрҙе, рәхмәт уға ысын-ир-егет булғаны өсөн. Үҙем дә һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итә килдем, ә бына миңә ярҙам итеүселәр бик аҙ булды. Шулай уҡ Ришат мәрхүм Тураевтың да ярҙамы күп тейҙе. Ошондай рухлы ир-егеттәр булғанда беҙ һынмаҫбыҙ, ә киреһенсә үҫербеҙ тип ышанам.
Ә балаларға килгәндә, улар һәр ерҙә лә балалар. Ул аҡыллымы, зәғифме барыбер бала булып ҡала. Һәр баланың да бәхетле баласаҡҡа хоҡуғы бар. Беҙҙә бай кеше ярлылар менән бүлешергә тейеш тигән нимә бар, бында ла шулай нишләп көслө кеше зәғифәтргә ярҙам итәмҫкә? Мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙың эске донъяһы бик нескә, хистәре ихлас, килеп керәһең ҡосаҡлап алалар үҙеңде. Улар яратыуға айырыуса мохтаж.
...1997 йылда министр булған Фирҙәүес Хисаметдинова килде. Гимназияны ҡарап сыҡты ла: “Ҡустым, күрҙем бөтәһен дә, бында күбеһе ҡыҙҙар уҡый икән, ә ҡыҙҙар менән генә милләтте күтәреп булмай. Шуға асыласаҡ яңы лицейға һин директор булып бараһың һәм ауылдарҙан малайҙарҙы ғына уҡырға аласаҡһың. Беҙҙең башҡорт малайҙары ялҡау, шуларҙы бешеп, туҡмап тигәндәй уҡытасаҡһың һәм техник вуздарға керетәсәкһең”, - тине. Бер йыл уҡылмаған, емерелеп барған ошо әлеге РПЛИ бинаһын барып ҡараныҡ. Был бинаға күҙҙәрен ҡала хакимиәте лә һалған булған икән. Фирҙәүес Ғилмитдиновна тиҙ генә лицей асыу хаҡында яҙылған ғаризаны тотҡан да М. Рәхимовҡа кереткән. Унан сыҡһа, республика башлығыбыҙға ошо уҡ бина яҙмышы менән керергә беҙҙекеләр сиратта ултыра икән. Шул бер-нисә минут ҡына хәл итте лицей яҙмышын. Июль айында Фирҙәүес апай 1 сентябргә, балаларҙы йыйып, мәктәпте асырға ҡушты.
Устав юҡ, финанслау яңы йылға тиклем юҡ ине. Миңә бит ремонт үткәрергә, балаларҙы ашатырға ла кәрәк. Ул саҡтағы ҡала башлығы Сергей Афонин әйткән һүҙен эшләй торғайны. Ошо лицейға күҙ һалған булһа ла, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар күрһәтмәне, ә, киреһенсә, ярҙам итә торғайны. Уның ярҙамы менән ремонт үтте. Үҙемдең отпуск аҡсам, арлы-бирле йыйған запастарым, атай-әсәй биргән аҡсалар ҙа ошонда кереп китте. Алтаҡталар эшләттем, ремонттан һуң 1 сентябргә мәктәпте асып ебәрҙек. Хәҙер ашатыу мәсьәләһе асыҡ ҡалды. 45-се һанлы магазин була торғайны, уның хужаһы Мәрзиә тигән апай ине, шул беҙҙе өс ай буйы бурысҡа, аҡса алмай ғына ашатып, ҙур ярҙам күрһәтте. Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһы директоры мәрхүм Ф. Нурғаянов, Р. Торомтаев, У. Ибраһимов ағайҙар, башҡорт эшҡыуарҙары, ярҙам иттеләр, уларға ҙур рәхмәт.
Бер ваҡыт кабинетта ултырһам, әзмәүерҙәй ирҙәр янау менән килеп инделәр. Баҡтиһәң, был текә кешеләр, бандиттар, ресторандан алып торған аҙыҡ-түлек өсөн аҡса таптырырға килгәндәр икән.
Юлай Әмәкәсов менән әңгәмә тулы килеш гәзиттең йома һанында сыҡты.