

Күмертауҙағы бындай башҡорт ансамбле республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып төҙөлдө тиһәк тә хата булмаҫ. Төрлө күрше-тирә район, ҡалаларға сығыш яһарға саҡыра торғайнылар. Һәр ваҡытта ла сәхнә тултырып сығыш яһанылар. 1986 йылда Зыя Ишбулды улына БР-ҙың атҡаҙанған хеҙмәткәре исеме бирелде.
Мин сценарийҙар яҙа торғайным, шулай уҡ Азат мәрхүм Туйгилдин менән икәүләп алып барыусы ла булдыҡ. Республикабыҙҙа йә Ырымбур өлкәһе райондарында берәй сара булһа, мотлаҡ, беҙҙе саҡыра торғайнылар. Бик күңелле була торғайны, фольклорҙа 40-лап кеше ҡатнашты. Концерт бригадалары менән дә бик күп йөрөнөк. Был фольклор киләсәктә лә гөрләп эшләһен, ғүмере оҙон булһын.