Юбилейҙар
24 Декабрь 2021, 03:58

Миҙал - дөйөм награда

Ринат Хәйбуллин, Кинйә Арыҫланов исемендәге фольклор ансамбленең элекке етәксеһе:

Миҙал - дөйөм наградаМиҙал - дөйөм награда
Миҙал - дөйөм награда

 1981 йылда, ҡала Советы йорто алдында, буйға уртаса, мыҡты ғына кәүҙәле, мыйыҡлы егет менән ҡала мәҙәниәт бүлеге мөдире Рәйсә Сырлыбаева осраны. “Таныш булығыҙ, ҡурайсы, йырсы, ҡала фольклор түңәрәге етәксеһе Зыя Хәлилов”, - тип таныштырҙы Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы. Шул ваҡыттан алып яҙмыш мине фольклор менән бәйләне тейергә була. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы профессиональ йырсы, ҡумыҙ-ҡурай яһау оҫтаһы Зыя Ишбулды улы менән шулай танышып киттек...

...1992-1995 йылдарҙа фольклор ансамблен Рәмил Исҡужин да етәкләне. Ошо көнгәсә фольклор ансамблебеҙҙе йәшәтеүселәр улар: Мәйсәрә Хәлилова, Земфира Ибраһимова, Наил Фәттәхов, Хәйҙәр Бикбов, Инзира Хисамова, Сәмәрә Мәһәҙиева, Люциә Сөләймәнова, Вәсилә Ғәбитова, Гөлназ Әмирғәлина, Зөлфиә Шафеева, Рәзилә Латыпова, Тәнзилә Юлдыбаева, Зифа Әмирова, Рәмилә Амәкәсева, Рәйсә Шарипова, Минияат Ишкинина, Салауат Хәлилов, Азамат Юлдыбаев, Рим Сәлихов, Рафик Тайсин, Буранбай Бикмаев, Хаҡҡолай Мөхәмәтйәнов, Әхиәр Шәйәхмәтов, Дим Асаинов, Фаил Кәримов, Рифат Вахитов, Салауат Йосопов, Йәүҙәт Усманов, Йәмил Рафиҡов, Вәли Вәлитов, Азамат Туйгильдин, Ирек Назаров, Нәбил Шәрәфүтдинов, Хаят Собханғолова, Ирек Үҙәенбаев, Рәфис Бикмөхәмәтов, Рәмил Исҡужин, Гөлниса Аҡбутина, Мәҙинә Ғизитдинова һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәрхүм Вернер Семенов ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем, аяҡһыҙ ҡалып коляскала ултырған хәлдә лә яратҡан тамашасыһынан, сәхнәһенән айырылманы, залды алҡыштарға күмеп сығыш яһаны....

Ринат ағайҙың хәтирәләре, фекере тулы килеш үткән аҙнала гәзиттә баҫылды. 

 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас