Все новости
Юбилейҙар
5 Января 2022, 12:45

Әл дә гармун булған

Бөгөн Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Бөтә Рәсәй, Союз конкурстары һәм фестивалдәре лауреаты, билдәле музыкант Йәүҙәт Усманов үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләй.

Әл дә гармун булған
Әл дә гармун булған

- Минең хыялым йә тракторсы, йә шофер булыу ине. Әтейҙәрҙең эшен күреп үҫкәнгә лә техникаға тартылған булғанмындыр инде. Алты йәшемдә әтейем күрше Слоновка ауылынан миңә тальян алып ҡайтты. Үҙенә күрә хаҡы ла ҡыйбат ҡына ине. Шунан башлап баян менән мауыға башланым да инде....

- Ауылда мәҙәниәтте күтәреп, ҡайнап эшләп йөрөгәнһегеҙ, ә нишләп ҡалаға күсергә булдығыҙ?
- Аҙаҡ мәҙәниәтте үҙһенмәгән кешеләр килде. Улар ауылда янғын һүндереүсе, рәссам, баянсы кәрәкмәй тинеләр, совхоз да айырылды, донъялар шулай үҙгәреп китте. Әйҙә үҙебеҙгә ҡайт, торлаҡ та табабыҙ, тип Зәк-Ишмәткә ҡайтарҙылар. Көттөм, көттөм бер нимә лә булманы. Шулай бер көн горкомдың 3-сө секретаре Петр Мельников килгәйне ауылға, нишләп киттең директорлыҡтан тип һорап ҡуйҙы. Миңә эш юҡ, юғалам бында, тигәйнем, әйҙә ҡалаға күс тип тәҡдим яһаны. Күмертауға күскәс, ул саҡтағы башлыҡ Ишбирҙин ағай менән Зыя Хәлилов ярҙам иттеләр, уларға рәхмәт. Алты айҙан һуң фатирлы ла булдыҡ. Ҡалала ла мәҙәниәт өлкәһендә баянсы булып эш башланым. Кинйә Арыҫланов исемендәге фольклор ансамблен дә етәкләп алдым. Шул саҡта республика конкурстарында призлы урындар алып ҡайта торғайныҡ.
- Профессиональ күҙлектән сығып, ҡалалағы хәҙерге милли мәҙәниәткә нисек ҡарайһығыҙ?
- Элек мәҙәниәт йорттары гөрләп торҙо. Һуңға тиклем репетициялар булды. Ул саҡта Вернер Семенов, Сергей Ибраһимов, Раяф Ғәйнетдинов, Фатима Усманова, Ришат һәм Рифат Вахитовтар, Зыя һәм Мәйсәрә Хәлиловтар, Раушания Айбулатова, Фәнзиә Ильясова, Рима Йәмилева, Зилә Ғабдракипова, Вәли Зәйнәғәбдинов, Гүзәл Арыҫланова, Шәфҡәт Вәлиев, Рәҡит Ғәлиев, Нәғим Ғәлин, Зөфәр Зәйнетдинов, Айҙар Исхаҡов, Айҙар Хөснөтдинов, Азат һәм Азамат Туйгилдиндар, Хәлит Суфиянов, Рим Сәлихов, Йәмил һәм Рәмзиә Рафиҡовтар, Альмира Биктимерова, Гөлнара Аҡйегетова, Айгөл Ильясова, Земфира Ибраһимова, Гүзәл Ғөбәйҙуллина, Наил Фаттахов, Марат Ҡәйүмов, Динә Йосопова, Гөлнара Садиҡова һәм башҡалар бик дәртләнеп йөрөнөк концерттарҙа...

- Үҙегеҙгә ҙур рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Миңә тормош бүләк иткән әтейем менән әнейемә, ғүмер буйы терәгем булған тормош иптәшемә, балаларыма, туғандарыма, ҡоҙаларыма ла рәхмәтлемен. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар бергә эшләгән 3-сө БРГИ коллективына, уҡыусыларыма, минең йырҙарымды башҡарғандарға барыһына ла сикһеҙ рәхмәттәремде еткерәм.

Юбиляр менән интервью тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: