

Ғүмер тигәндәре аҡҡан һыу һымаҡ икән. Туғыҙ классты тамамлағас авзыйым менән апайымдан тороп ҡалмайым тип Өфөгә сығып киттем. Улар институтта уҡып йөрөйҙәр ине. Училищеға уҡырға кереп һатыусы һөнәрен үҙләштерҙем, уҡып бөткәс инде Өфөлә эшкә ҡалдым һатыусы булып. Баш ҡалабыҙҙа үҙемдең тормош иптәшем Батыргәрәев Фисалды осраттым. Ул бик аҡыллы, эшһөйәр кеше булды. Үҙ көсөбеҙ менән Миловка биҫтәһендә фатир һатып алдыҡ. Ике ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Тик ауыл һәр ваҡыт үҙенә тартып торҙо. Әнәйем дә бик ҡартайғас, ауылға ҡайтып төпләндек. Бабайым төҙөлөш эшен шәп белде, һәм ошо атай нигеҙе урынына өр яңынан йорт һалдыҡ. Тик ошо матур йортта парлап йәшәргә насип булманы. Йортто һалырға ярҙам иткән туғандарыма ҙур рәхмәтлемен! Ауылға ҡайтҡас ҡуш- ҡуллап ҡаршы алып ярҙам итмәһәләр, бик ауыр булыр ине, -тип һөйләй Мәүлиҙә апай.
...Ҡыҙҙарым, кейәүҙәрем йыш ҡына ҡайтып хәлемде белеп торалар.
- Ҡыҙҙарым икеһе лә үҙем кеүек һатыусы һөнәрен һайланылар. Аллаға шөкөр инде, оноҡларым менән иҫән генә булһындар, - тип теләй ул. Мәүлиҙә Рамаҙан ҡыҙы хаҡлы ялда ла тик ятмай, йәйен баҡса үҫтерә, ҡышҡы оҙон төндәрҙә иң яратҡан эштәре булып бәйләү, тегеү һәм ҡорама ҡороу булып тора уның. Ҡулына еп менән энә тотһа ул башҡа донъяға эләккәндәй була. Бер нимә лә күрмәй, бер нимә лә ишетмәй, эшләй ҙә эшләй. Бер ҡорама, ике ҡорама... шулай ҡорамаға ҡорама ялғап матур-матур ултырғыс япмалары, ҡорама юрған, төрлө кәрәкле әйберҙәр килтереп сығара оҫтабыҙ. Киләсәктә лә яҡындарыңа терәк булып, именлектә йәшәргә насип булһын һиңә.
Таңһылыу ИСЛАМҒОЛОВА, Яҡут китапханасыһы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.