Юбилейҙар
20 Января 2022, 05:10

Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп

Юлиә ӘБДРӘШИТОВАны ҡотлайбыҙ!

Йәшә шатлыҡтарға төрөнөпЙәшә шатлыҡтарға төрөнөп
Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп

Ермолаево ауылы
Ҡәҙерле коллегабыҙ Юлиә Азат ҡыҙы ӘБДРӘШИТОВАны күркәм юбилейы - 30 йәше менән ҡaйнар ҡотлайбыҙ!
Һиңә аяҙ күк йөҙө, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерленән-ҡәҙерлебеҙ һин. Киләсәктә лә әлегеләй киң күңелле, алсак йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал. Хоҙай насип итеп һиңә алдағы көндәреңдә сәләмәтлек менән ғүмер итергә, яҡындарыңды ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон-оҙаҡ балаларығыҙҙың игелеген күреп, тормош иптәшең менән иңгә-иң терәшеп йәшәүегеҙҙе теләйебеҙ!
Ҡояш кеүек тормошоңа
Аҡ бәхеттәр килһен өйөлөп,
Ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын,
Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп.
Иң изге теләктәр менән Гөлзада, Зимфира, Зифа һәм Розалия.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас