Юбилейҙар
21 Января 2022, 07:21

Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай

Альфира АСЫЛБАЕВАны ҡотлайбыҙ! 

Оҙон ғүмер бирһен һиңә ХоҙайОҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле Альфира Марат ҡыҙы АСЫЛБАЕВАны күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ошо байрамың айҡанлы, һиңә иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Гел шулай бөгөнгөләй тормош матурлыҡтарына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ғүмер,
ауырымай-һыҙланмай, күңел тыныслығында, яҡындарыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай Тәғәлә ғүмереңә бәрәкәт, шәфҡәтле йөрәгеңә — көс, йәшәү дәрте бирһен.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Иң изге теләктәр менән Ахунйән Бикмаев һәм Бикмаевтар, фәтҡуллиндар ғаиләләре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас