Юбилейҙар
25 Января 2022, 09:10

Ҡәҙер-хөрмәттә йәшә

Дилә ҠОЛОЕВАны ҡотлайбыҙ! 

Ҡәҙер-хөрмәттә йәшәҠәҙер-хөрмәттә йәшә
Ҡәҙер-хөрмәттә йәшә

Өфө ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡыҙыбыҙ, һылыуым, апайыбыҙ, киленебеҙ Дилә Салауат ҡыҙы ҠОЛОЕВАны 30 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һөйөклөбөҙ беҙҙең, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, ҡәҙер хөрмәттә йәшә. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың тормошҡа ашһын!
Күңелеңдә яҡты ҡояш наҙы,
Бәхет нуры һис тә китмәһен.
Шат йылмайып ҡаршы ал һин
Ғүмереңдең һәр бер иртәһен.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ яҡындарың.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас