Юбилейҙар
27 Января 2022, 04:51

Рәхмәтебеҙ сикһеҙ

Әнүзә МИРАСОВАны ҡотлайбыҙ!

Рәхмәтебеҙ сикһеҙРәхмәтебеҙ сикһеҙ
Рәхмәтебеҙ сикһеҙ

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Әнүзә Минебай ҡыҙы МИРАСОВАны 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Матур ғүмер байрамыңда күңел түренән сыҡҡан теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: һәр көн баш осоңда яҡты ҡояш балҡыһын, һау-сәләмәт булып, именлектә, бәхет-шатлыҡта, балаларыңдың изгелектәрен күреп йәшә. Ер йөҙөндәге бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, сабыр холҡоң, бөтәбеҙгә лә хәстәрлекле булғаның өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә беҙгә кәңәштәр биреп, рухи көс өҫтәп, уңыштарыбыҙға һөйөнөп, ейәнсәрҙәреңде һөйөп, бөгөнгөләй нур сәсеп йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Матур булып атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һинең һәр бер ғәзиз балаңдың!
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Нәркәс, улың Әхәт, киленең Эльмира, ейәнсәрҙәрең Эрика, Эмилия.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас