Юбилейҙар
28 Ғинуар 2022, 06:24

Һинең менән яҡты көнөбөҙ

Ҡәҙерле әсәйебеҙҙе, яратҡан өләсәйебеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Һинең менән яҡты көнөбөҙҺинең менән яҡты көнөбөҙ
Һинең менән яҡты көнөбөҙ
Түкән ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Дарвина Мәғәсүм ҡыҙы ҠАҘАҠБАЕВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 80 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә.
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Беҙ һине яратабыҙ һәм сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин иң яҡшы әсәй булыуың менән ғорурланабыҙ.
Һин булғанға ерҙә бәхетле беҙ,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ.
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Юлиә, Ғәлиә, кейәүең Рәмил, ейән-ейәнсәрҙәрең Радик, Ринат, Лилиә, килендәрең Рина, Элла һәм бүләрең Риналь.
Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас