Түкән ауылы
Ҡәҙерле апайыбыҙ, инәйебеҙ Дарвина Мәғәсүм ҡыҙы ҠАҘАҠБАЕВАны 80 йәшлек матур юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә ҡойоноп, шатлыҡ-еңеүҙәренә һөйөнөп, яҡындарыңа йылылыҡ өләшеп, һәр саҡ шулай тормошто һөйөүсөн булып беҙҙе ҡыуандырып именлектә йәшәүеңде теләйбеҙ. Һәр көнөңдө күңел көрлөгө биҙәһен, йөрәгеңдә тик шатлыҡ ҡына тантана итһен. Беҙ хинең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, яныбыҙҙа булыуыңа һөйөнәбеҙ.
Һиңә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә.
Оҙон ғүмер бирһен Хоҙай һиңә,
Беҙҙең өсөн ныҡлы терәкһең,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәкһең.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән Күмертау ҡалаһынан Таңһылыу.