Юбилейҙар
28 Января 2022, 04:58

Таҙалыҡта үтһен көндәрегеҙ

Гөлкәй Шәмсетдинованы ҡотлайбыҙ! 

Таҙалыҡта үтһен көндәрегеҙТаҙалыҡта үтһен көндәрегеҙ
Таҙалыҡта үтһен көндәрегеҙ

Яҡут ауылы
Хөрмәтле Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы Шәмсетдинованы күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ошо байрамығыҙ айҡанлы, Һеҙгә иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Гел шулай бөгөнгөләй тормош матурлыҡтарына ҡыуанып, йөҙөгөҙҙәге алсаҡлылығыҙҙы юғалтмай, күңелегеҙҙәге ихласлыҡты һаҡлап йәшәгеҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ғүмер,
ауырымай-һыҙланмай, күңел тыныслығында, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай Тәғәлә ғүмерегеҙгә бәрәкәт, шәфҡәтле йөрәгегеҙгә — көс, йәшәү дәрте бирһен.
Оҙон ғүмер бирһен Һеҙгә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарығыҙ ,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрегеҙ.
Иң изге теләктәр менән Яңы Мораптал мәктәбе коллективы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас