Яңы Муса ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиздәрҙән-ғәзиз булған әтейебеҙ Флюс Зиннәт улы һәм әнейебеҙ Рисәлә Ғүмәр ҡыҙы ШАКИРОВТАРҙы матур юбилейҙары - 70 йәштәре менән ҡотлап, күңел түребеҙҙә булған иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙгә имен тормош, бәхетле ҡартлыҡ, иң мөһиме — ҡартлыҡтағы күңел тыныслығы, тигеҙлек һәм ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымайынса йәшәүегеҙҙе, оҙон ғүмер итүегеҙҙе теләйбеҙ. Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, һеҙҙең фатихағыҙ менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Ғүмерегеҙ - бәхетле, бәхетегеҙ ғүмерле булһын! Барыһы өсөн дә мең-мең рәхмәт һеҙгә!
Ни теләһәк тә аҙ булыр
Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙгә теләккә.
Аяҙ булһын тормош юлдарығыҙ,
Дәрт һүнмәһен һеҙҙең йөрәктә.
Байрамығыҙ менән ҡотлап
Әткәй, әнкәй, һеҙгә өндәшәбеҙ,
Һәр саҡ шулай беҙгә үрнәк булып,
Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ.
Иң изге теләктәр менән улдарығыҙ Нияз, Наил, Радик, килендәрегеҙ Динара, Айгөл, Рита һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.