Юбилейҙар
14 Февраль 2022, 07:06

“Бәхетлемен”

 - 2004 йылда, 30 йәшемдә, Ҡотлоюл мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнеләр. Шунан бирле директор вазифаһын башҡарам. Ул ваҡыттағы район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, ышаныс белдереп, мине директор вазифаһына тәҡдим итте. БРГИ-ла уҡытыусы булып эшләп йөрөгән сағымда: “Ҡотлоюлда мәктәп төҙөлә, әйҙә, директор булып ҡайт ауылыңа”, - тине. 

“Бәхетлемен”“Бәхетлемен”
“Бәхетлемен”

- Эшләмәгән кеше генә яңғылышмай тиҙәр бит, шулай булғас, минең дә етешһеҙлектәр булғандыр. Мин нескә күңеллемен. Ваҡытында эштән ебәрергә кәрәк булғандарҙы ла йәлләп, алып ҡалған осраҡтар йыш булды. Аҙаҡ ҡына, шул үҙең эшкә алып, уларҙы күтәреп ебәргәндәрҙән бысраҡлыҡтар килгәнлеген аңланым. Эштән киткәндән һуң да, тап шул кешеләр үҙҙәренең кем икәнлектәрен күрһәттеләр ҙә.
- “Доброта хуже воровства” тиҙәр рустар, бында ла шуның кеүек килеп сыға инде. Етәксе булараҡ, ваҡытында ҡаты ла булырға тура килергә кәрәктер.
- Ҡаты торорға ла тура килә, ә ҡайһы берәүҙәр шуны аңламай. Эш буйынса шелтә яһаһаң, шәхсән ҡабул итеп, үпкәләп, үсләшеп тә йөрөйҙәр. Етәксе кеше бит әйтә лә онота, ул бит шәхсән ҡағылыш түгел.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был беҙҙең халыҡҡа хас күренеш. Фәһим Фәрғәт улы, хәҙер һеҙ Шәбағыш мәктәбе директоры, унда килеп ингәс, иң аптыратҡаны нимә булды?

Фәһим Боҫҡанов менән әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас