

Фәриҙә Нурый ҡыҙы Ниғмәтуллина, 1932 йылда Абдул ауылында донъяға килә. Уның бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә, ул заманда йыш күренеш булған йәтимлек, уны ла урап үтмәй. Һуғыштың тәүге көнөнән яу ҡырына юлланған атаһы, башҡаса ауылға әйләнеп ҡайтмай, ул хәбәрһеҙ юғала һәм 3 бала әсә ҡулында йәтим ҡала. Атаһы үлгәндә 3 йәштә генә ҡалған Фәриҙә Нурый ҡыҙы йәштәштәре менән бергә, 13 йәшенән колхоз ҡайҙа ҡуша шунда эш башлай.
Ошо уҡ ауыл егете Мөниргә кейәүгә сығып, өс балаға ғүмер бүләк итә улар. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда һауынсы булып эшләй, район депутаты ла була. Тормош иптәшенең яҡты донъяларҙан китеүенә 26 йыл да булған, ул ауырлыҡтарға баш эймәй, өс балаһына терәк-таяныс булып ғүмер итә.
- Әнейебеҙ беҙгә матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтырҙы, уның бәхетенә өс балаһы ла Абдул ауылында береккәнбеҙ. Бөгөнгө көндә әнейебеҙ улы һәм килене менән йәшәй, йүгереп йөрөмәһә лә, изге кәңәштәрен биреп, беҙҙе ҡыуандырып тора.
Мәҡәлә гәзиттә үткән йома һанында баҫылды.