Все новости
Юбилейҙар
18 Февраля 2022, 14:29

Күршеләрем минең, күршеләрем

"Күршеләреңдән уңһаң, туғандар ҙа кәрәк түгел", - тип әйткән ҡасандыр халыҡ. 

Күршеләрем минең, күршеләрем
Күршеләрем минең, күршеләрем

Сәриә Мәзитова, Нәжиә Байғузина - ауылдың эшсәндәре, маҡтаулы кешеләре, ғүмер буйы ауыл эшендә эшләп, хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡандар.
Асия, Сәриә, Нәжиә апайҙар, һеҙгә ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙ ихтирамлы, уңған, тырыш, аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙ Венера апайыбыҙҙың ут күршеләре, һәр саҡ ярҙам итеп тораһығыҙ, ҡайғы-хәсрәттәрҙе, ҡыуаныстарҙы уртаҡлашып ғүмер итәһегеҙ. Һеҙгә бағышланған шиғырымды “Юшатыр” гәзите биттәре аша юллайым.
Күршеләрем минең, күршеләрем,
Һеҙгә әйтәм ихлас һүҙемде.
Яуһын һеҙгә барлыҡ рәхмәттәрем,
Һеҙҙең менән йәшәү күңелле.
Күршеләрем минең, күршеләрем,
Һеҙ бит минең күңел терәгем.
Һеҙҙән башҡа нисек йәшәр инем,
Булмаҫ ине керер бер кешем.
Ауырлыҡтар булһа - керҙегеҙ һеҙ,
Сирләгән саҡта ярҙам иттегеҙ.
Ҡайғы-хәсрәттәрҙе бергә кисерҙек,
Шатлыҡтарҙы уртаҡ бүлештек.
Ғәйбәт һатманыҡ беҙ, әрләшмәнек,
Күршеләрсә яҡшы йәшәнек.
Бергә булдыҡ барлыҡ сараларҙа,
Берҙәм йөрөнөк Ҡөрән аштарына.
Йәй көндәре бесән әҙерләнек,
Урмандарҙа еләк йыйнаныҡ.
Иртән-кисен ауыл фермаһында
Совхоз һыйырҙарын беҙ һауҙыҡ.
Беҙ ҡартайҙыҡ, дуҫлыҡ юғалманы,
Күршеләрем асыу тотманы.
Ҡапма-ҡаршы тора йорттарыбыҙ,
Беҙ уларҙа, улар беҙҙә - туғандарса йәшәйбеҙ.

Гөлбаныу ИСХАҠОВА, ҡаланың 6-сы мәктәбе уҡытыусыһы

Хат тулы килеш гәзиттә үткән аҙнала баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: