Все новости
Юбилейҙар
25 Февраля 2022, 15:41

Тура ҡарау

Оло кеше менән аралашыу, бигерәк тә ул халыҡ араһында билдәле шәхес булһа, үҙе бер ғүмер. Әллә күпме фәһем алаһың. 

Тура ҡарау
Тура ҡарау
Закир Аҡбәровты белмәгән кеше һирәк, әллә нисә китап авторы, премиялар лауреаты, Күмертау ҡалаһының почетлы гражданины....
"Юшатыр"ҙа баҫылыу - минең өсөн республика гәзитендә баҫылыуға ҡарағанда ла мәртәбәлерәк тигәнге бигерәк күңелгә ятты. 
- 75 йәш бер аҙ туҡтап, артҡа ҡарар ваҡыт, беҙ бөтәбеҙ ҙә әҙәм балаһы, фәрештә түгел, шуға тормошта гел йылмайып ҡына йөрөмәгәнбеҙ, гонаһтар, хаталар ҙа булған. Әле юбилей алдынан барыһын барлап ултырам.....
- Үкенерлек, ныҡ оят булған ерҙәре бармы?
- Кешене ерле юҡҡа рәнйетмәнемме икән тим, хәтерләп ҡарайым - булманы ахры. Башҡалар өлөшөнә кермәнем, әле кеше күҙенә ҡурҡмай, оялмай ҡарап йөрөй алам, бына ошо минең донъялағы иң ҙур ҡаҙанышым. Миҙал, исем, грамоталар менән түгел, ә кеше күҙенә тура ҡарай алыуым менән нығыраҡ ғорурланам.   
- Аллаһытәғәлә алдына барып баҫҡас, уға нимә тип әйтер инегеҙ?
- Ҡыҙыҡ һорау...  
Яҙыусы Закир Насир улы Аҡбәровтың юбилейына бәйле әңгәмә киләһе һандарҙың береһендә баҫыласаҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: