Все новости
Юбилейҙар
7 Марта 2022, 12:30

Ҡунағыбыҙ юбилейы

Яҙҙың беренсе көнөндә Кинйә-Абыҙ ауылында тыуып-үҫкән Фәрзәнә Әхмәтғәли ҡыҙы Тажетдинова үҙенең 85 йәшлек матур юбилейын билдәләне. 

Ҡунағыбыҙ юбилейы
Ҡунағыбыҙ юбилейы

Ул күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Аталары һуғыш ҡырынан сәскәләй биш ҡыҙы янына Еңеү менән ҡайта.
Фәрзәнә Әхмәтғәли ҡыҙы Тимербай ауылы егетенә тормошҡа сығып, шул ауылда йәшәргә ҡала. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Колхоз эшендә лә бил бөгә, тормош биргән барлыҡ һынауҙарын да үтергә тура килә уға. Үҙенең 7 ейән-ейәнсәре, 8 бүлә-бүләсәре менән һөйөнә юбилярыбыҙ.
Фәрзәнә инәй Кинйәбай ауылына үҙенең һеңлеһе Лилиә Рәшит ҡыҙына ҡунаҡҡа килгән. Беҙ ҙә барып уны күркәм юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерҙек.
Кинйәбай ауылы Ағинәйҙәр ойошмаһы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: