

Яҡыныбыҙ, һиңә алдағы тормошоңда ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар юлдаш булһын, ғүмер юлдарың оҙон, тыуар таңдарың яҡты булһын. Һин ышаныслы тормош иптәше, ғаиләбеҙҙең терәге, ҡайғыртыусан, талапсан әти, оноҡтарым тип йән атып тороусы ҙур әти. Әтиебеҙ менән әниебеҙ беҙҙе, өс балаһын, үҫтереп, матур тәрбиә, төплө белем биреп оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Хәҙерге ваҡытта һәр ҡайһыбыҙ үҙ ғаиләһе менән йәшәп, уңышлы эшләп йөрөйбөҙ. Ҡәҙерлебеҙ ҡырҡтан ашыу хеҙмәт юлын мәктәптә белем, хәрби һәм физик тәрбиә биреүгә арнаны. Ул тынғыһыҙ, тырыш, талапсан уҡытыусы булды. Эшләү дәүерендә бик күп маҡтау грамоталарына, спорт һәм хеҙмәт ветераны тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Әтиебеҙ, беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, һинән үрнәк алып, кәңәштәреңде тойоп йәшәйбеҙ.
Әтиебеҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә,
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Әле һаман беҙ тип йәшәйһең һин,
Күптән инде ҙурҙар булһаҡ та.
Аҙ булыр кеүек, Әти, һинең өсөн
Ниндәй изгелектәр ҡылһаҡ та.
Алдағы көнндәрҙә лә бәхетебеҙ булһын ине тулы, түңәрәк.
Һинән йылы алып һаман шулай ғүмер итһәк ине бергәләп.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Наилә, балаларың Алмаз, Илнур, Альбина, килендәрең Ләлә, Гөлнара, оноҡтарың Артур, Аскар, Динис, Даниэль, Дина, Алина, Аделина.