Юбилейҙар
15 Март 2022, 09:20

Изгелегең сикһеҙ, самаһыҙ

Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Зөһрә Ғәлиәкбәр ҡыҙы Сыңғызова ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләй.

Изгелегең сикһеҙ, самаһыҙИзгелегең сикһеҙ, самаһыҙ
Изгелегең сикһеҙ, самаһыҙ

Тормош иптәше милиционер булғанға йәшәү урынын йыш алыштырырға тура килә уға. Салауатта, Мәсетле районы Оло Устикинда, Күмертауҙа ла үҙ урынын табып, матур итеп эшләне Зөһрә апай. Бигерәк тә 3-cө БРГИ-ла эшләгән ваҡыттарын һағынып иҫкә ала ул. Ата-әсәһенән айырылған балаларҙың һәр береһенә йылы һүҙен йәлләмәй, ҡосаҡлап-яратып ебәргәне өсөн күп гимназия уҡыусыһы яратып иҫкә ала, осратҡанда иҫәнләшеп китә. Апайым үҙе лә уларҙы күрһә, балаларҙай ҡыуана, һәр береһенең хәлен белешә.
Ғүмерен милиция эшенә биргән Рәшит еҙнәй Сыңғызов хеҙмәтен лайыҡлы башҡарҙы, майор дәрәжәһенә етте. Апайым менән еҙнәм матур тормош ҡороп, өс балаға ғүмер бүләк иттеләр. Һәр береһен уҡытып кеше иттеләр. Улдары Шамил ғына, ҡара ҡайғыларға һалып, эше буйынса поста торғанда вафат булды. Ә ҡыҙҙары Әлфиә Имилова Күмертау ҡалаһы регистрация палатаһы белгесе, Гөлфиә Рәшит ҡыҙы Башҡорт Республика гимназия – интернатында инглиз теле уҡыта.

Һеңлеләре Шәүрә, игеҙәктәр Зәлифә һәм Әлифә, кесе игеҙәктәр Ләлә һәм Зилә.

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас