Все новости
Юбилейҙар
6 Апреля 2022, 13:40

Банкет була!

Ул, нисектер, бойоҡ һымаҡ күренде, әллә шатлығынан телһеҙ ҡалған, әллә башҡа сәбәбе бар.

Банкет була!
Банкет була!

Закир Аҡбәров. Ниһайәт, зал тултырып ҡунаҡтар, дуҫтар, ҡәләмдәштәрҙе йыйып, уның юбилейын билдәләр көн етте. 

Күмертауҙың музыка мәктәбе залына йыйылдыҡ. Зал туп -тулы. Төрлө йәштәге, төрлө зауыҡлы кешеләр. 
Өфөнән ҡәләмдәштәре килгән. Марсель Сәлим, Салауат Кәрим. Улары байтаҡ ҡына маҡтау һүҙҙәрен әйтте. Райондан башлыҡ урынбаҫары Д. Акилов менән Зәк-Ишмәт ауылы башлығы И. Зәйнәғәбдинов. Данил Зиннәт улы Юлай Ильясовтан ҡотлау хаты алып килгән, ә Илшат Мәдиф улы юбилярҙың уның тыуған ауылынан булыуына сикһеҙ ғорур икәнен белдерҙе. 
Беҙ ҙә мендек сәхнәгә. Закир Насир улын беренсегә ҡотламайбыҙ был юбилейы менән, өйөнә лә барып килгәйнек, шулай ҙа бына әле, тулы залда, мәртәбәле кешеләр алдында ҡотлау барыбер икенсе.
- 2006 йылда Күмертауға күсеп килдек,- гәзит редакторы шулайыраҡ һөйләне, - йәш саҡ, бер ҡатлылыҡ та көслө. Күмертауҙың ул саҡтағы башлығы Сергей Афонин нинәйҙер кәңәшмә үткәрҙе лә, шунан сыҡҡас, ҡала урамдары буйлап Закир абзый менән яйлап килә ятабыҙ. Килә ятабыҙ, ә мин ысынбарлыҡҡа ышанмайым, кисә генә ауылда батҡаҡҡа батып йөрөгән кеше, бөгөн шәһәрҙә ана кем менән йәнәш атлап, типә-тиң һөйләшеп китеп бара!   
Ҡотлаусылар ифрат күп булды. Юғары һүҙҙәрҙе береһе лә йәлләмәне. Йәүҙәт менән Йәмил абзыйҙар үҙҙәре яҙған йырҙы йырлап ишеттерҙе. БРГИ, Ҡоролтай, коллегалар, дуҫтар, фекерҙәштәр....
Марсель Сәлим дә Закир абзыйҙың бойоҡлоғон күрҙе: 
- Аҙаҡ банкет буламы?
- Була. 
Йылмайҙылар. 
Тулыраҡ гәзиттә баҫылыр.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: