Все новости
Юбилейҙар
18 Апреля 2022, 09:47

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған еңгәбеҙ Рәшиҙә Юнир ҡыҙы ВӘЛИДОВАны ғүмеренең матур байрамы - 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!  

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Матур байрам көнөңдә иң изге, яҡты уй-хистәребеҙҙе юллайбыҙ! Беҙ һине ярҙамсыл, йомарт, сабыр холоҡло, эште еренә еткереп эшләүсе, кешелекле шәхес булараҡ хөрмәт итәбеҙ. Һиңә киләсәктә лә ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, тормош иптәшең Рәис менән иҫәнлектә-һаулыҡта тигеҙ ғүмер итеп, балаларыңдың бәхет-ҡыуанысын, изгелектәрен күреп яҡындарыңдың ҡәҙер- хөрмәтенә төрөнөп, иҫәнлектә- һаулыҡта, муллыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде Хоҙай насип итһен!
Тормош юлың һәр саҡ балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән ҡәйнешең Рәфис, киленең Фәнилә, улдары Азамат.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: