Все новости
Юбилейҙар
30 Апреля 2022, 09:07

Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле еңгәм, инәйебеҙ Хәмдиә Мырҙабай ҡыҙы ҠУЖАКОВАны күркәм юбилейы - 70 йәшлек ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең,
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тип әйтәләр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Изге теләктәр менән бикәсен Зилара, уның балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: