Все новости
Юбилейҙар
30 Апреля 2022, 09:10

Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә

Ҡәҙерле әсәйем, оло йөрәкле ҡәйнәм, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Хәмдиә Мырҙабай ҡыҙы ҠУЖАКОВАны күркәм байрамы - юбилейы айҡанлы тәбрикләйбеҙ. 

Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә

Күңел түренән урғылған йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Донъялағы иң яҡын кешебеҙ, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, пар ҡанатлы оҙон ғүмер, йән тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Атайым, ҡайным, олатайыбыҙ Марат Морат улы менән үҫтергән балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙҙең өлгәшкән уңыштарына һөйөнөп кенә, нәҡ бөгөнгөләй, тигеҙлектә, татыулыҡта һәм муллыҡта оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Күҙ теймәһен һеҙгә, ҡайтыр йортобоҙ ҡотло – ырыҫлы, йөҙөгөҙ яҡты –нурлы. Тәмле ризыҡтарыңды бешереп, балаларыңды ҡаршы алаһың, фатихалар биреп оҙатып ҡалаһың. Йөрәк наҙыңды тигеҙ өләшәһең, биргән кәңәштәрегеҙ урынлы, тормошта һеҙҙән өлгө алып, тормош һуҡмаҡтары буйлап ныҡлы атлайбыҙ. Бар изгелектәрегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ терәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин барында!
Ҡотлау менән улың, киленең, ейәнсәрҙәрең, кейәүҙәрең, бүләсәрең.

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: