Все новости
Юбилейҙар
22 Мая 2022, 09:31

Һеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ!

Көйөргәҙе районының почетлы гражданы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Салауат Юлаев ордены кавалеры булған хөрмәтле Рәжәп Рамаҙан улы ЮЛБАРИСОВты 75 йәшлек күркәм ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәгебеҙҙән сыҡҡан иң йылы һүҙҙәребеҙҙе, ер йөҙөндә булған барлыҡ изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Һеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ!
Һеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ!

Беҙ Һеҙҙе уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, көслө ихтыярлы, сабыр холоҡло, кешелекле һәм кеселекле, рухлы шәхес булараҡ хөрмәт итәбеҙ һәм һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Киләсәктә лә үҙегеҙҙең төплө һәм аҡыллы кәңәштәрегеҙҙе биреп, беҙҙең хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙ булып ҡалығыҙ. Һеҙгә яҡындарығыҙға ныҡлы таяныс булып, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, ейәнсәрҙәрегеҙҙең уңыштарына ҡыуанып, уларҙың шатлыҡтарына һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп иҫәнек-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ, бәхетле, имен тормошта йәшәргә насип булһын.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ, ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Хөрмәт менән Мораптал ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Аскар Кинжалиев һәм уның коллективы.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: