Все новости
Юбилейҙар
22 Мая 2022, 09:27

Һәр көнөгөҙ яҡты булһын

Хөрмәтле Рәжәп Рамаҙан улы! 

Һәр көнөгөҙ яҡты булһын
Һәр көнөгөҙ яҡты булһын

Һеҙҙе 75 йәшлек юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Һеҙ бар ғүмерегеҙҙе халыҡ һаулығына бағышланығыҙ. 44 йылдан артыҡ Мораптал участка дауаханаһында баш табип вазифаһын башҡарҙығыҙ. Хаҡлы ялға сыҡҡас та үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы булдығыҙ. Көйөргәҙе районы халҡы һаман да һеҙгә ярҙам, кәңәш һорап мөрәжәғәт итә, ә һеҙ уларҙы шифалы ҡулдарығыҙ менән генә түгел, ә йылы һүҙҙәрегеҙ менән дә дауалайһығыҙ. Көйөргәҙе ере һеҙҙең менән хоҡуҡи рәүештә ғорурлана.
35 йыл район Советы депутаты ла булдығыҙ, районыбыҙ үҫешенә әйеп бөтөргөһөҙ тос өлөш индерҙегеҙ. Һеҙ аҡыллы, грамоталы, ярҙамсыл, юғары белгес, кешелекле булараҡ районыбыҙ халҡының һәм сит ерҙәрҙә йәшәгәндәрҙең дә хөрмәтен яуланығыҙ.
Рәжәп Рамаҙан улы! Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхетле, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр көнөгөҙ яҡты булып, яҡындарығыҙ хөрмәтендә һәм ҡәҙерендә үтһен.
Көйөргәҙе районы муниципаль район Советы һәм Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: