Все новости
Юбилейҙар
26 Мая 2022, 10:43

Йәшәү дәртең һүнмәһен

Ҡәҙерле класташыбыҙ Айнур Фирҙәт улы РАХМАНҒОЛОВты йәшлегенең күркәм байрамы - 45 йәше тулыу менән ҡайнар ҡотлап, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ! 

Йәшәү дәртең һүнмәһен
Йәшәү дәртең һүнмәһен

Класташыбыҙға ғаилә именлеге, йән тыныслығы, ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек, эшеңдә ҙур уңыштар ғүмер буйы юлдаш булһын. Һәр ваҡытта шулай тырыш, изге күңелле, ихтирамлы һәм иғтибарлы булып, туғандарыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, ҡыуандырып, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде Хоҙай насип итһен.
Юлдар кеүек оҙон ғүмер һиңә,
Ҡайғы еле һис тә теймәһен.
Тормош һынауҙары ситләп үтһен,
Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен.
Иң изге теләктәр менән Яҡут ауылы һәм Иҫке Мораптал ауылында йәшәүсе класташтары. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: