Все новости
Юбилейҙар
18 Июня 2022, 10:43

Йәшендәрҙәй йәшнәр саҡ

Тәбиғәттең матур мәле, 18 июнь көнө, Көйөргәҙе районы Мораптал ауылында тыуып, әле лә шунда ғүмер кисереүсе ҡәҙерле ҡустыбыҙ Дамир Таһир улы БАЙГИЛДИН күркәм юбилейын - 45 йәшен билдәләй.

Йәшендәрҙәй йәшнәр саҡ
Йәшендәрҙәй йәшнәр саҡ

Ошо матур ғүмер байрамы менән ҡотлап туғаныбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле Дамир туғаныбыҙ! Йәмле миҙгелдең матур бер көнөндә атай менән әсәйебеҙҙең ҙур шатлығы, ышанысы булып яҡты донъяға ауаз һалыуыңа бөгөн 45 йыл да булып киткән. Һине ошо күркәм ғүмер байрамың менән тәбрикләп иң-изге теләктәребеҙҙе еткергебеҙ килә.
Яуаплы ла, ҡатмарлы ла етәкселек эшеңдә тик уңыштар, еңеллектәр, хөрмәткә һәм татыулыҡҡа ҡоролған ғаиләгеҙгә именлектәр теләйбеҙ. Беҙ һинең һәр ваҡыт белемгә, камиллыҡҡа ынтылып йәшәүеңә, кешелекле, ныҡ ярҙамсыл булыуыңа, өлгөрлөгөңә, йүнселлегеңә һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Шулай уҡ һинең тыуған колхозыбыҙ, ауылыбыҙҙың ғына түгел, районыбыҙҙың да тормошонда ҡайнап йәшәүең беҙҙең өсөн ғорурлыҡ. Киләсәктә һине тағы ла юғары үрҙәр, ижади уңыштар, хеҙмәтеңә лайыҡлы баһалар көтһөн. Ә инде тормошоғоҙ йәме, мәғәнәһе булған ғаиләгеҙ һәр ваҡыт имен, татыу булһын, Әлфиә киленебеҙ менән бер-берегеҙҙе аңлап, ҡәҙерләп , балаларығыҙ Айһылыу менән Илнурҙың уңыштарына ҡыуанып, изгелектәрен күреп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Киләсәктә тормоштоң бар яҡшылыҡтарын, рәхәттәрен күреп, эш ләззәте, ғаилә бәхетендә матур, лайыҡлы ғүмер кисерергә яҙһын.
Тәбрикләйбеҙ юбилейың менән,
45 йәш – ул сәскә саҡ ҡына.
Ташып торған йәшлек дәрте менән
Йәшендәрҙәй йәшнәр саҡ ҡына.
45 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшнәр саҡтарың.
ең һыҙғанып эшләр мәлдәр,
Яңы үрҙәр яулар саҡтарың.
Яҡшы кәйеф, сәләмәтлек
Һинең менән булһын гел бергә.
Именлектә, ғаилә бәхетендә
Оҙаҡ йәшәһәңсе был ерҙә.
Ҡәҙерле Дамир ҡустыбыҙ! Матур юбилейың ҡотло булһын! Донъяң түңәрәк, эштәрең уң, юлдарың асыҡ, ғаиләң имен, ғүмерең оҙон булһын.
Һине яратып, хөрмәт итеп бар туғандарыбыҙ исеменән Гөлназ апайың һәм уның ғаиләһе.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: