

Уларҙың иңгә-иң терәшеп бергә йәшәүҙәренә 50 йыл.
Тыуған йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлап, аҡыллы кәңәштәре, хәйер-фатихалары менән рухи көс бирер, балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ тип өҙөлөп торған хәстәрлекле кешеләр ул беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ.
Яҡындарыбыҙҙы күркәм туй байрамдары менән ҡотлап, күңел түрендәге иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бер-берегеҙгә иңдәш һәм терәк, туғандарығыҙға үрнәк һәм таяныс булып, яҡындарығыҙҙың иғтибар һәм ихтирамын тойоп, балаларығыҙ менән шатлыҡ-ҡыуаныста, һаулыҡ-именлектә, бәхетле, оҙон тиң ғүмер кисерергә насип булһын һеҙгә. Һәр саҡтағылай алсаҡ йөҙлө, ябай, кешелекле, ярҙамсыл, көслө рухлы, дәртле, мөхәббәтле булығыҙ, ҡәҙерлеләребеҙ.
Шулай уҡ, ошо көндәрҙә хәстәрлекле кешебеҙ Рауза Ғайнулла ҡыҙы ЯРЫШЕВАның күркәм юбилейы - 75 йәше тулды. Ҡәҙерлебеҙгә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон. Таң елдәренең наҙлыһы, йән тыныслығы, күтәренке кәйеф юлдаш булһын һиңә.
Тыуған йортом - ҙур ғаиләбеҙ ҡото,
Именлектәр һеҙгә юлдаш булһын.
Балаларҙың тиң хөрмәтен күреп,
Көндәрегеҙ шатлыҡ менән уҙһын.
Алыҫ араларҙан тартып торһон,
Һеҙҙең кәңәш, һеҙҙең фатихалар,
Насип булһын һеҙгә бергә йәшәү
Мөхәббәтле оҙон-оҙаҡ йылдар.
Иң изге теләктәр менән улдарығыҙ Рәмил, Илгиз, Илшат, килендәрегеҙ Ғәлиә, Гөлнур, Илмира һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ менән бүләрегеҙ.