- Абдул ауылында Рафиҡовтарҙың - Әхмәтшәриф бабай менән Сәмәрә инәйҙең - бергә йәшәүҙәренә 60 йыл, килегеҙ, һеҙҙе көтөләр тип әйтеп бөттөләрме-юҡмы, сығып киттек.
Күптән белгән кешеләй итеп ҡаршы алды инәй менән бабай, рәхмәттән башҡа һүҙҙәре юҡ, ике һүҙҙең береһе - рәхмәт. Күңелдәре тулышҡан.
- Бына ошондай мул өҫтәл, балалар....,- инәйебеҙ күҙҙәрен һөртөп ала, - беҙҙең туй, әйтерһең, әле бара. Алтмыш йыл элек... ҡайҙа, ашарға ла булманы. Бабай (ул ваҡытта бабай түгел инде, егет) йәтим, атаһы ла, ағаһы ла һуғышта ятып ҡалды, минең дә атай юҡ, шулай ҡауыштыҡ та ҡуйҙыҡ. Мин Ҡарайҙан, ул - Абдулдан. Бөгөн алдыбыҙҙа нимә генә юҡ, Путинға рәхмәт.
- Бәләкәстән көтөү көтә башланым, төшкә ҡәҙәр һарыҡ көтәм, төштән һуң - мәктәпкә. Уҡыу? Ҡуй инде, ул уҡыу йүнле булмағандыр (ете клас белем генә булһа ла, ғүмер буйы бригадир ҙа зоотехник булдым). Шул көтөү көтә торғас, аҙыраҡ тамаҡ туйып ҡалды, - быныһы Әхмәтшәриф бабай һүҙгә ҡушыла. Күҙҙәре бик шәптән түгел, шулай ҙа, Аллаға шөкөр әле ул, донъяны танып-белеп ултыра, - анау оста, балам, арыш сәстегеҙме, матур булып үҫеп еткән, ахры,- бабайҙың күҙе күрмәһә лә, күңеле һиҙгер.
Материал - гәзиттең киләһе һанында.