

- Элек хәҙерге кеүек бай туйҙар үткәрелмәне. Беҙ ҙә ябай ғына итеп өйләнештек. Икебеҙ ҙә ауыл кешеһе булғас, үҙебеҙ генә әҙерләнеп үткәрҙек. ЗАГС-та туйҙан һуң булды, унда үҙебеҙ генә барҙыҡ, эш менән булып, берәү ҙә килмәне ул көндө. Нимә бар шуның менән сәй эстек тә, бөттө. Шулай ҙа, Аллаға шөкөр, матур йәшәйбеҙ. Бына мин ут һымаҡмын, Радигым баҫалҡы. Ул туҡтап ҡалған ваҡыттарҙа мин уны етәкләп, эйәртеп алып китәм. Икебеҙ ҙә ут булһаҡ, бәлки, былай тормош та көтә алмаҫ инек. Аллаға шөкөр, ирем яҡшы булды, егәрле. “Тағы 50 йылға һине түҙеп булмаҫ ул”, тип шаярта Радик. Илле йылды түҙгәнеңде, тағы ла түҙәһең инде тип көләм мин.
Материал тулы килеш гәзиттең үткән һанында баҫылды.