

Ул 1932 йылдың август айында Үрге Баба ауылында тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Бәләкәйҙән атайһыҙ тороп ҡала, атаһы һуғышҡа алына һәм 1942 йылда хәбәрһеҙ юғала. Аслыҡ, яланғаслыҡ арҡаһында уҡыу эләкмәй инәйгә. Шулайҙа уҡыйым тип тырышып Яҡшымбәт мәктәбенә йөрөй ул. "Өс бәрәңге алып китә торғайныҡ",- тип һөйләгән балаларына, иртән, тәнәфес ваҡытында, ҡайтыр алдынан ашап ҡайтыр юлға сыҡҡандар. Яфаланып, аслы-туҡлы булып 7 класс бөткән. Колхозда 9 йәшенән эшләй башлаған ашлыҡ һуҡҡан, бесән сабышҡан.
Үҫеп буй еткәс, Түбәнге Баба егете Мөхәмәтғәли Ҡорбанғәли улына кейәүгә сыҡҡас, ашнаҡсы булып эшләй башлай. Кем генә тәмләп ҡарамай уның бешергән аштарын. Концерт ҡуйырға килгән артистар, шағирҙар, депутаттар...
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.