Юбилейҙар
31 Август 2022, 04:47

Көслө рухлы гүзәл зат

Һөнәренә ғашиҡ мөдиребеҙ - Фәнүзә Рафаил ҡыҙы Туҡтарова, бик тырыш булған ҙур шәхес. 

Көслө рухлы гүзәл затКөслө рухлы гүзәл зат
Көслө рухлы гүзәл зат

Фәнүзә Рафаил ҡыҙы Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Ишле ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә ул. Бала саҡтан ауыл тормошо ауырлыҡтарын иңдәрендә татып, хеҙмәт һөйөргә өйрәнеп үҫә улар. Мәктәп йылдарында әүҙем уҡыусы була, белем усағында ойошторолған бер саранан да ситтә ҡалмай ул. 

Хеҙмәт һөйөүсән Фәнүзә Рафаил ҡыҙына балалар баҡсаһында мөдир булырға тәҡдим иткәс тә юғалып ҡалмай. Бына инде күп йылдар етәксе булып эшләп, беҙҙең «Торнаҡай» баҡсаһын да үҙ ҡосағына алды. Беҙ, тырыш, талапсан, яңы идея, пландарға ынтылып торған етәксебеҙ артынан ҡыуанып эйәрәбеҙ. Гүзәл заттар коллективы ярайһы уҡ ҡатмарлы ла була әле. Улар бит күңелсәгерәк, хислерәк. Алсаҡ йөҙлө етәксе, һәр береһенең күңеленә юл таба белә, яҡшы кәңәштәре менән ышаныс ҡанаттарын үҫтереп ебәрә.

“Торнаҡай ” балалар баҡсаһы коллективы. 

Материал тулы килеш йома көнө гәзиттә баҫыла. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас