Все новости
Юбилейҙар
2 Сентября 2022, 12:27

Мул тормошта йәшәргә яҙһын

Ҡәҙерле кешеләребеҙ атайыбыҙ, мырҙабыҙ Хәсән Сабит улы менән әсәйебеҙ, киленебеҙ Рәмилә Рәсих ҡыҙы ҺӨЙӨНОВтарҙы күркәм юбилейҙары - 60 йәштәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Мул тормошта йәшәргә яҙһын
Мул тормошта йәшәргә яҙһын

Тыуған көндәрегеҙ менән тәбрик итеп, һеҙгә сәләмәтлек, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Гел шулай ҡояштай балҡып, ихтирамға лайыҡ булып, ҡәҙергә төрөнөп йәшәгеҙ. Ҡайнар хистәрегеҙ, ихлас эштәрегеҙ үҙегеҙгә унлата, йөҙләтә изгелек булып ҡайтһын. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, балалар шатлығы, киләсәктә лә беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер итегеҙ. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, ошо матур донъяларҙың ҡыуаныстарын кисереп, имен, мул тормошта йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
Оҙон ғүмер бирһен һеҙгә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарығыҙ,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрегеҙ.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән улдарығыҙ Марат, Фәнис һәм апайығыҙ Мөһрә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: