Все новости
Юбилейҙар
21 Сентября 2022, 14:57

“Үкенерлек булманы”

Бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килгән инәй-бабайҙарҙың тормош юлы бер береһенекенә бик оҡшаш, яҡын һымаҡ. 

“Үкенерлек булманы”
“Үкенерлек булманы”

Зөһрә Сөләймән ҡыҙы Вәхитова, 1937 йылдың 15-се сентябрендә, Мотал ауылында Сөләймән менән Мәғрифәнең ишле ғаиләһендә, 3-се бала булып яҡты донъяларға килә.
- Үҙебеҙсә матур ғына донъялар ҡороп, татыу ғаиләбеҙҙә бәхетле генә йәшәп ятҡанда, ҡапыл ғына әнейем мәрхүм булды, миңә ул ваҡытта 14 кенә йәш ине. Унан оҙаҡ та тормай, 1 йыл да 3 ай тигәндә, атайыбыҙҙа баҡыйлыҡҡа күсте. Абзыйыбыҙ һылыуымды Маяҡ ҡасабаһына алып ҡайтып китте, мин әнейемдең апаһы ҡарамағында тороп ҡалдым. Шулай көтмәгәндә тома йәтимлектә тороп ҡалдыҡ. Ул ваҡытта уйын-көлкө ҡайғыһы юҡ, нисек тә эшләргә, ярҙам итергә тырштыҡ. 16 йәшемдә апайым менән фермаға башмаҡтар ҡарарға сыҡтым. Малдар көтөүгә сығып киткәс, сәсеү эштәрендә лә йөрөнөм. Сәсеү эштәре туҡталһа, үлсәүсе лә булып хеҙмәт иттем. Ул ваҡыттарҙы хәҙер әсенеп иҫкә алырға ғына ҡалды инде, - тип иҫтәлектәренә бирелә Зөһрә инәй.

Материал тулы көйөнсә гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: