Все новости
Юбилейҙар
8 Октября 2022, 13:15

Яҡшымбәт бәхете

Был сама күп байрам тағы ла берәй ауылға тәтегәне бармы икән? 

Яҡшымбәт бәхете
Яҡшымбәт бәхете
Юҡтыр, моғайын. Бәхеттәренән булып, Яҡшымбәт ауылы халҡы әйләнгән һайын байрам үткәрә (әүҙем халыҡ та улар), ҡасан ҡарама, ҡунаҡ ҡабул итә. Бөгөнгөһө, шулай ҙа, башҡаларынан айырылып тора - мәктәптәренә 100 йәш! 
Кем аҙмы-күпме донъя күргән, шул белә: Яҡшымбәт мәктәбен бөткән уҡыусылар ҡайҙа йөрөһәләр ҙә һынатмай, дандары үҙҙәренән алда бара. Ошо хаҡта бөгөн, мәктәп буйлап сәйәхәт ҡылғанда, Искра хужалығы етәксеһе Рәмил Мостафин да әйтә биреп ҡуйҙы:
- Беҙҙекеләр хатта Һиндостанда эшләп йөрөй.
Уны инәй-бабайҙар һырып алды, әллә ситтән ҡайтҡандар, ҡосаҡлап туя алмайҙар. Хәйер, ситтән ҡайтҡан ошо мәктәпте тамамлағандар ҙа бихисап. Күҙҙе йом да теләһә кеменә төрт, мотлаҡ, данлыҡлы кешегә эләгәһең. 
Бер туған Аҙнабаевтар. Марат ағайға сюрприз яһап ташланылар, мәктәптә уның музей-кабинетын булдырғандар икән. Тере сағыңда һәйкәл ҡуйыу һәр кемгә эләккән бәхет түгел,  Марат Талғат улы бындай мөнәсәбәттән ирене лә төштө. 
Уҡыу йорто директоры Гөлнур Аҡһарова, ҡунаҡ ҡабул иткән уңған хужабикәләй булып, осоп ҡына йөрөй, ғорурлығы.... әйтеп бирерлек түгел. 
Закир Аҡбәров, үҙе ошонда ҡасандыр директор булған кеше, Рәсимә апай менән килгән. Хәтирәләргә бирелеп китте....
Материал тулы килеш гәзиттә баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: