Уңарсы Н. Ирсаеваға бары тик телевизорҙан ғына ҡарап һоҡлана инем, һоҡланам ғынамы - мин уға ғашиҡ инем. Күҙ алдына ғына килтерегеҙ (иҫләгеҙ): сәхнәлә Нурия һәм Фидан - халыҡтың йөҙөк ҡаштары. Уларҙы күргәс, Ф. Ғафаровтан көнләшеү тойғоһо йәнде ашаны - ниңә генә мин Фидан түгел икән? Ул саҡта, Өфөлә осрашҡас, телде тыйып буламы, Нурия апайҙың күҙенә ҡарап: "Мин һеҙҙе яратам", тинем, бәләкәй саҡтан эстә йөрөгән хис тышҡа сыҡты, аяҡ быуындары ҡалтырана башланы, тамаҡ кипте. Әйттем дә шунда уҡ үкендем, бына һиңмай, был - алйот тип уйлауы бар бит апайҙың. Мостай Кәримгә мөхәббәте белдерергә тип килгән кеше лә баһа ("Йәшлек" гәзите "Минең кумирым" исемле конкурс уҙғарғайны, шунда Мостай ағаға яҙған хатым еңгәйне), ә үҙенең Нурияға иҫе китеп тора. Мөхәббәттә аңлашыу ул саҡтағы матур хәтирә булып ҡалды (Н. Ирсаева йылы ҡабул итте һөйөүҙе, кире ҡаҡманы), мин бер аҙға ғына булһа ла Фидандың урынын алдым, Заһирға әүерелдем, яратҡаным тик минең күҙҙәргә төбәлеп "Һин ҡайҙа, мин шунда" тип йырлай... кемгә тейә әле бындай бәхет?
Бөгөн РСФСР-ҙың, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Нурия Ирсаева юбилейын билдәләй. Байрамығыҙ менән, апай, һаулыҡ һеҙгә, тыныс тормош.
Һаман яратам...