Яҡшымбәт мәктәбенең иң беренсе уҡытыусыһы Гөлйыһан Искәндәрова, уның менән бергә Мөкәрәмә Рахманғолова, тормош иптәше Мөтиғулла Мөхәмәтов, Камалетдин Сәлтәшев, Хәҙисә Сәлтәшевалар эшләгән. Өлкәндәр кискеһен ликбезда белем алғандар.
30-сы йылдарҙа туған телдә башланғыс белем алыу мотлаҡ булып иҫәпләнелә. Башланғыс белем алыусы тәүге уҡыусылар: Бикмаева Мәғәфүрә, Бикмаева Мәрхүбә, Саттарова Мәстүрә, Сәлтәшева Мәхтүмә, Манғотова Минзифа һәм башҡалар. Машина–трактор станцияһынан Маннанов, Зиннуров тигән уҡытыусылар эшкә килә, улар Хәлимулла Мирасов ишандың өйөндә белем бирәләр.
1937-38 уҡыу йылында башланғыс мәктәп ете йыллыҡ итеп үҙгәртелә, директор вазифаһында Хөснөтдин Күскилдин эшләй. Материаль база бик насар хәлдә, уҡыу әсбаптары әҙ булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙа белем алыуға ынтылыш көслө була. Балаларға Ырымбур ҡалаһындағы Ҡарауанһарайҙа урынлашҡан педагогия техникумын тамамлаған йәш һәләтле уҡытыусылар белем биргәндәр. Дәрестән һуң уҡыусыларҙы төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәткәндәр, концерт һәм спектаклдәр ҡуйғандар.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ир-егеттәрҙең күбеһе фронтҡа китә. Уларҙың урынын өлкән класс уҡыусылары алмаштыралар. Уҡытыусылар төшкә тиклем балаларға белем бирәләр, төштән һуң колхозға ярҙам итәләр. Балалар менән бергә мәктәпкә яғырға утын әҙерләйҙәр, баҫыуҙарҙа иген сәсеү, урып-йыйыу эштәрендә, мал аҙығы әҙерләүҙә ҡатнашалар.
1942-1945 йылдарҙа мәктәп директоры булып Исхаҡова Мәрйәм Солтан ҡыҙы эшләй, юғары кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен үткәрә...
Гөлнур АҠҺАРОВА, Яҡшымбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры
Гөлнур Ҡотдос ҡыҙының хаты тулы килеш гәзиттең үткән һанында баҫылды.