Все новости
Юбилейҙар
9 Ноября 2022, 08:50

"Кеше булып ҡалыу мөһим"

Атайыбыҙ, Камил Хәмәҙғәли улы Әмәкәсов, күп йылдар колхозда механик, инженер булып эшләне, һуңғы йылдарында Керәүле ауыл советы председателе булды. Эльза Сәмиғулла ҡыҙы уны һәр ваҡыт: "Минең уҡытыусым",- тип йөрөттө. 

"Кеше булып ҡалыу мөһим"
"Кеше булып ҡалыу мөһим"

Ата-әсәйебеҙ бик тырыш, уңған, маҡсаттарын тормошҡа ашырыусан булдылар, бер тик тормаҫ инеләр, эш табып ҡына торҙолар. Уларға ҡарап беҙ ҙә хеҙмәт һөйөп үҫтек, өйөбөҙҙә һәр кемдең үҙ эше булды. "Эш - тәрбиәләй",- тип дөрөҫ әйтәләр, беҙҙең ғаилә күпләп мал аҫраны, умарталарыбыҙ ҙа етәрлек ине, барыһына ла бергәләп өлгөрҙөк. Бөгөнгө көндә, атай-әсәйебеҙ алдында беҙгә лайыҡлы тәрбиә биреп, матур ғүмер юлы бүләк иткәндәре өсөн баш эйәбеҙ. Атайым менән әсәйемдең өлгөлө ғаиләһен районда белмәгәндәр һирәктер, уларҙың һәр балаһы илебеҙгә кәрәкле кеше булып буй етте. Ҡыҙҙары Земфира Туймазыла фарфор заводында мастер булып эшләне. Шамил ағайыбыҙ Күмертауҙың күмер разрезында экскаваторҙа эшләне. Тик ҡыҙғанысҡа апайыбыҙ ҙа, ағайыбыҙ ҙа беҙҙең араларҙан иртә китеп барҙылар. Мин Керәүле мәктәбендә оҙаҡ йылдар эшләп, хеҙмәт ветераны, РФ-тың почетлы мәғәриф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булып хаҡлы ялға сыҡтым. Әлфирә һеңлем оҙаҡ йылдар Күмертауҙа 3-се һанлы БРГИ-ла математика фәнен уҡытты. Юлай ҡустымды ла белмәгәндәр һирәктер, ул БРГИ, РПЛИ һәм район мәғарифын етәкләне, әле Өфөлә коррекцион мәктәп-интернаты директоры булып эшләп йөрөй. Розалия һеңлебеҙ медицина өлкәһен һайланы, Күмертау поликлиникаһында 20 йылдан артыҡ өлкән шәфҡәт туташы булып эшләне, бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Өфөлә тора. Атай-әсәйебеҙҙең кәңәштәрен һаман ҡолағыбыҙҙа тотабыҙ, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышып йәшәнек. Юлай ҡустым бөгөнгө көндә лә атай йортона ҡайтып, йәй көнө бал ҡорттары менән шөғөлләнә.

Зилара ҒӘББӘСОВА, Керәүле-Илюшкин ауылы

Материал үткән аҙна һанында гәзиттә тулы килеш баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: