Все новости
Юбилейҙар
9 Ноября 2022, 16:30

"Ғүмерем буйына рәхмәтлемен"

Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбенең 100 йыллығына ҡарата. 

"Ғүмерем буйына рәхмәтлемен"
"Ғүмерем буйына рәхмәтлемен"

Үҙемде белә - белгәндән алып, Иҫмайыл һәм Көйөргәҙе йылғалары буйында ҡармаҡ менән балыҡ тотоп, күшегеп бөткәнсе һыу инеп, яр буйында ҡыҙынып ятыуҙар хәтеремдә. Хыялымда – һыу аҫты кәмәһендә эшләү ине. Әлеге лә баяғы, тигәндәй, һыу һәм балыҡтар ҡыҙыҡтыра ине. Ә инде мәктәпкә уҡырға төшкәс, бөтөнләй башҡа тормошҡа, серле донъяға юлыҡтым.
Беренсе уҡытыусым Зарифа апа шул тиклем ихласлығы, мөләйемлеге, иғтибарлы булыуы менән һыу буйында үҫкән малайҙы белемгә ылыҡтырҙы. "Апа" тип өйрәнгәс, әлеге көнгә тиклем яратып һәм ихтирам итеп Зарифа Ғәлиулла ҡыҙына "апа" тип өндәшәбеҙ. Артабан инде, башланғыс кластарҙы тамамлағас, Лена Барый ҡыҙының талапсан ҡулына эләктек. Класс етәксебеҙ беҙҙе киң ҡарашы, тормошҡа башҡа төрлө ҡарарға, маҡсатлы булырға өйрәтеүе менән арбағандыр. Ғөмүмән, уҡытыусыларыбыҙҙың һәр береһенә сикһеҙ рәхмәтлемен.
Һыу аҫты кәмәһендә эшләү, хеҙмәт итеү теләге, ауылыбыҙҙа мәҙәниәт йорто асылыу менән үҙгәрҙе. Төрлө түңәрәктәр эшләй башлауы, бигерәк тә, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт йортон тамамлап эшкә ҡайтҡан Хәмдиә апайым, тағы ла бер серле тормош барлығы тураһында белдерҙе.
Мәктәп уҡытыусылары беҙҙең уҡыуҙан башҡа, мәҙәниәт, сәхнә менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы тыйманылар, киреһенсә бала күңелен үҫтереп торҙолар. Мәктәбем, уҡытыусыларыма ғүмер буйы бурыслы булып ҡалам. Белемле, маҡсатлы булырға, дуҫлыҡҡа тоғро булырға, тәртипле һәм тәрбиәле булырға өйрәтеүҙәре өсөн мең-мең рәхмәт һеҙгә мәктәбем һәм уҡытыусыларым, тип ҡабатлармын ғүмерем буйына!
Фирҙәт ҒӘЛИЕВ, Республиканың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы, Хеҙмәт даны миҙалы эйәһе.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: