Все новости
Юбилейҙар
25 Января 2023, 13:18

Яҡлаусы

Әл дә редакцияға килмәгән.

Яҡлаусы
Яҡлаусы
Кисә үҙе шулай тине: Редакцияғыҙға аяҡ та баҫмайым! Үсектек тә киттек, ниңә улай? Беҙҙең башҡаларҙан ниндәй кәм еребеҙ бар?
Баҡһаң, эш тыйнаҡлыҡта икән - һеҙгә барһам, ана, әллә кем булып барып ултырған тиерҙәр. Бигерәк инде. Кемгә-кемгә, Эльза Васильеваға былай тип һүҙ атҡан кеше булмаҫ. 
Әл дә килмәгән, юҡһа, уның ҡулы бешергән билмәнде ҡасан ашар инек?  Беҙгә Керәүле-Илюшкин ауыл биләмәһе башлығы Игорь Ворошилов та эйәрҙе: эштең бөткәне булмай, бер тәнен яҙып алһын әле. 
- Һеҙ бит ул саҡта министр булған Сергей Афониндың үҙен алдаған кеше, - үткәнде хәтергә алдыҡ, бер саҡ Ямаш ауылына һыу үткәрергә кәрәк тип, Эльза Сәмиғулла ҡыҙы министрға ингәйне, аҡса бирәм тине Сергей Иванович, тик бер шарт: эштән китмәйһең. Китмәйем, тине апайыбыҙ һәм алданы, китте лә барҙы. Ямаш һыулы булып ҡалды.
- С. Афонин нимә, Әхәт Ҡотлоәхмәтов нисек асыуланды, алданың беҙҙе, тине. 2015 йыл ине. Ниңә киттем, ирем ауырый ине, уның бер үҙен ҡалдырып, ниндәй йән менән эштә йөрөй алам?
...40 йылға яҡын ауыл хакимиәтендә эшләнем дә ҡуйҙым. Шуға ошо Керәүле яҡтарындағы ауылдарҙың һәр ҡыуағы, тыҡырығы яҡын,ә кешеләре һуң? Беҙҙә шәп халыҡ йәшәй. 
Әйтмәһә лә була, беләбеҙ инде: ҡайҙа нимә булһа ла, минең сыуаштарҙы обижать итмәгеҙ тип йөрөй. Йәне менән халыҡ кешеһе. Яҡлаусыһы. 
Материал тулы килеш йома көнө гәзиттә баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: