Ишеткән бар: Керәүле яҡтарында рәхәтләнеп эсеп ятып та булмай ине тиҙәр, Эльза килә лә етә. Ныҡ итеп әрләй, бик булмаһа, наркология ала ла китә.
- Барыһы ла, шулай ҙа гел шыма бармағандыр, 40 йылға яҡын ғүмер – аҙ ваҡыт түгел.
- Төрлөһө булды, иң йәнгә тейәгәне: бынау юлдар. Әле килгәндә күрҙегеҙ ҙә, ә яҙлы-көҙлө ниндәй хәлдә икәнен әйтәһе лә түгел. Мортаза бабай тағы ла бер-ике йыл эшләмәне, асфальтты һалып китә ине.
...Ә бит ул беҙҙең өлөшкә төшмәҫ көмөш булыуы ла бар ине. Алыҫ Кемерово өлкәһендә тыуған бала ла ул. Атаһы – Сәмиғулла бабай шул яҡтарҙа хеҙмәт иткән, сос егет булғандыр, урыҫ ҡыҙына шунда өйләнгән дә ҡуйған. Эльза шунда донъяға килгән. Бер заман йәш егет, кәләше, имсәк балаһы менән Яңы Ауылға ҡайтып төшә. Улдарын һағынышып көтөп торған ата-әсә киленде үҙ итмәй ҙә ҡуя- маръя.
Әңгәмә тулы килеш үткән аҙнала гәзиттә баҫылды.