Бүләктәрҙең дә төрлөһө булды, ҡыйбаты, бик ҡыйбат булмағаны.
Әммә иң йылы, иң ҡәҙерле һүҙҙәрҙе, барыбер, ниндәйҙер ҙур түрәнән түгел, ә туған халҡы ауыҙынан ишетеүе уға рәхәтерәк.
Бөгөн үҙенең бар тормошон тиерлек арнаған кешеләре - Керәүле ауыл биләмәһе халҡы уны, ҡулдарын йәлләмәй, алҡышланы. Эльза Васильеваны, шулай, үҙҙәренсә итеп, тәбрикләне.
Эльза Сәмиғулла ҡыҙы, үҙе лә ябай кеше булараҡ, бына ошондай ҡотлауҙарҙы (юғары сәхнәгә ҡарағанда тибеҙ) нығыраҡ үҙ итәлер. Ябай халыҡ бала һымаҡ - алдаша белмәй, әйтә икән әйтә лә ҡуя. Бөгөн дә әйттеләр. Эльза Васильеваны маҡтау һүҙҙәренә күмде лә ташланылар.
Беҙ ҙә, ситтә ултырып булһа ла, сәпәкәй итеп ултырабыҙ: йәнә бер ҡат, Юбилейығыҙ менән, апай!