- Ҡайҙа һуң һеҙ ун һигеҙем, ун туғыҙым, егермем?
Йәшлекте кем генә һағынмай икән, йырламаҫ ерҙән йырларһың. Йырҙы бағышлап йырлаған кеше лә йәш түгел - 70 йәшен билдәләне.
Рафиҡ Әминев. Кем ул тип һораған кеше булмаҫ, Рафиҡ абзыйҙы белмәгәне юҡ. Ошо шәхестең юбилейы тип тыуған мәктәбе уҡытыусыларын тәрбикләргә булған. Райондан башлыҡ исеменән мәғариф бүлеге начальнигы Евгения Бочарникова тәрбикләне, ҡотлау ҡағыҙы менән бергә бүләге лә бар. Ауыл башлығы Илшат Рахмаев матур һүҙҙәр әйтте. Ошондай данлыҡлы ауылдашы булыуына үҙе әллә кем.
- Мәктәптә нисә бала уҡый?
- 16.
-....
Беҙ ҙә бер кәлимә һүҙ әйттек. Йырланылар. Шул иҫәптән, баяғы йырҙы ла. Рафиҡ Әминев йырға бик бирелеп китмәне ахры, уға ҡағылмай был һүҙҙәр, ул һаман да ун һигеҙҙә кеүек - дәрт тә бар, дарман да етерлек.
Йәнә бер ҡат, юбилейығыҙ менән, абзый, тағы ла оҙаҡ йылдар дәрт усағын һүндермәй, усағығыҙҙа башҡаларҙы ла йылытып, дөрләтеп йәшәргә яҙһын.