Все новости
Юбилейҙар
10 Февраля 2023, 13:28

Өйөбөҙ нуры

Мәғрифә Акбәрова Тимербай ауылында дүртенсе бала булып донъяға килә.

Өйөбөҙ нуры
Өйөбөҙ нуры

Әтейҙәре Хәммәтғәли Усман улы Әмировтың, әнейләре – Яппарова Сәғирә Хәтирә ҡыҙының 5 балаһы ла һуғыш осоро балалары. Миңлеғәзиз – 1929 йылғы, Нуржиһан –1931 йылғы, Мәхмүт – 1934 йылғы, Мәғрифә – 1938 йылғы, Әхмәт - 1942 йылғы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар барыһы ла гүр эйәләре, әнейем генә, Аллаһҡа шөкөр, иҫән-һау. Яҡыныбыҙҙың бала сағы бик ауыр замандарға тура килә. Улар 5 бала (3 малай һәм 2 ҡыҙ) бик йәшләй тол ҡалған әнейҙәре ҡарамағында үҫәләр.
Әтейҙәре хеҙмәт лагерынан ялға ҡайтҡан сағында, буранда аҙашып үлеп ҡала. Ул замандағы барлыҡ ауыр эштәр балалар елкәһенә төшә. Беҙҙең әнейебеҙҙең уҡырға бик теләге булғас, әнеһе уны Өфөгә ағаһы менән еңгәһе янына уҡырға ебәрә. Ул унда 10-сы класты бик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, заводҡа контролер булып эшкә урынлаша һәм шул уҡ ваҡытта физика-математика факультетында әҙерлек курстарына йөрөй. Ауылға ялға әнеһен күрергә ҡайтҡанда, Тимербай ауылының матур, батыр Рауил исемле егете менән осраша башлай, ул уға кейәүгә сығарға тәҡдим яһай. 

Әлфинә КӘРИМОВА.

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: